Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Август 2025, 10:57

Өфөлә “Геройҙар ваҡыты” йыр конкурсы башланды

Өфөнөң Совет майҙанында дүртенсе тапҡыр «Геройҙар ваҡыты» бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсы башланды. Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арналды. Ярымфиналға төрлө йәштәге 19 башҡарыусы үткән. Иң йәш башҡарыусы Һарытауҙан 12 йәшлек мәктәп уҡыусыһы Елизавета Саксельцева.

Өфөлә “Геройҙар ваҡыты” йыр конкурсы башланды
Өфөлә “Геройҙар ваҡыты” йыр конкурсы башланды

Кисә Юнир Хисмәтуллин башҡарыуында «Беҙ шайморатовсылар-батырҙар» йыры менән башланды. Билдәле автор-башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин тамашасылар хөкөмөнә махсус операция яугирҙарына арналған йырын тәҡдим итте. Павильон төркөмө үҙенең “Волонтер” йырын башҡарҙы. “Рубин йондоҙо” фронт бригадаһының сығышы кисәгә йәм өҫтәне.
Конкурсанттарҙың сығыштарын тыңларға Совет майҙанына меңәрләгән кеше килде. Улар араһында - мәктәп уҡыусылары һәм студенттар, пенсионерҙар һәм хеҙмәткәрҙәр, ғаилә парҙары, әлбиттә, МХО-ла ҡатнашыусылар. Бөтә тамашасылар концертта ҡатнашыусыларҙы аяҡ өҫтө баҫып сәләмләне.
Тамашасылар араһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы, Башҡортостандың һәм Ҡырым Республикаһының атҡаҙанған артисы Ольга Дудканы осраттыҡ.
- Совет майҙаны оло байрам урынына әүерелде, - тип фекере менән уртаҡлашты Ольга Михайловна. - Бында иҫ киткес энергетика. Был фестивалдә күңел күтәрелә, бөтә ил менән берләшеү тойола. Бик йылы атмосфера һәм иҫ киткес башҡарыусылар! Барыһы ла бик оҡшай.
 27 августа, конкурстың финалы була. Башлана 18.00 сәғәттә. Инеү ирекле.

 

Сығанаҡ: https://ye102.ru

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас