Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенты Алина Һөйәрғолова сәләмләгәс, ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов, Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Миләүшә Хәбирова, филология фәндәре докторы, билдәле фольклорсы-ғалим, халыҡ сәсәне Рохалия Солтангәрәева тәбрикләне һәм уңыштар теләне.
Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы яҡшы яңылыҡ та еткерҙе: июндә «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнәсәк икән!
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, йәрәбә үткәргәндән һуң, сәхнәгә эпосты яңғыҙ башҡарыусылар сыҡты. Иң-иң кескәйҙәр башлап ебәрҙе был тылсымлы майҙанды.
Көн дауамында сара дауам итәсәк әле, төштән һуң - эпосты сәхнәләштереүселәр сығышы һәм еңеүселәрҙе иғлан итеү.
Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!