Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Май , 11:07

ТИҘҘӘН «ТАБЫН-ФЕСТ-2024»! СИТТӘ ҠАЛМАҒЫҘ!

8 июндә беҙҙең районда VI «Табын-фест-2024» төбәк-ара йәштәр фестивале үтәсәк. Ул Һабантуй майҙанында була. 

ТИҘҘӘН   «ТАБЫН-ФЕСТ-2024»! СИТТӘ ҠАЛМАҒЫҘ!
ТИҘҘӘН «ТАБЫН-ФЕСТ-2024»! СИТТӘ ҠАЛМАҒЫҘ!

Фестиваль театрлаштырылған тамаша менән асыла, артабан программала - ауыл хужалығы алдынғыларын бүләкләү, мәғариф майҙансыҡтары эше, башҡорт халҡының ғәмәли-биҙәү сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ат ярышы, «Ылаҡ» милли уйыны.  Шулай уҡ был оло байрамда «Табын-батыры» менән «Табын һылыуҡайы» һайланасаҡ. Балалар өсөн аттракциондар, төрлө халыҡ уйындары ойоштороласаҡ. Милли аш-һыу күргәҙмәләрен, шәжәрәләрҙе, һәүәҫкәрҙәр концертын тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ.Һәр кем күңеленә оҡшаған уйында ҡатнашып, йә күҙәтеп, ял итеп ҡайта ала. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Был фестиваль йыл һайын Табын ырыуҙары йәшәгән райондарҙың береһендә ойошторола, күсмә вымпелды бер рейондан икенсеһенә тапшырыла.

2023 йылда «Табын-фест» Табын ырыуы башҡорт йәштәре фестиваленең күсмә вымпелы һәм эстафетаһы Балтастан Ауырғазыларға тапшырылғайны.

15 майҙа Үтәймулла ауылында, “ТАБЫН–ФЕСТ–24” Табын ырыуы башҡорт йәштәре фестивале сиктәрендә Мәғариф форумы уҙҙы, ул “ТАБЫН–ФЕСТ”тың беренсе этабы булды.

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: