Рух
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2023, 20:23

Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар

Был турала Дәүләт думаһында мәҙәниәт министры Ольга Любимова белдерҙе. Ведомство башлығы билдәләүенсә, проект бишенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла, һәм уның үтәлеше юғары кимәлдә.

Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар
Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар

«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 2022-2023 йылдарҙа илдә 274 балалар сәнғәт мәктәбе бинаһы үҙгәртеп ҡоролған йәки капиталь ремонтланған, 610 сәнғәт мәктәбе һәм училищеһы музыка ҡоралдары, йыһаздар, дәрес материалдары менән тәьмин ителгән. 2022 йылда Рәсәйҙең 50 төбәгендә 103 кинозал заманса һулыш алған. Быйыл 25 декабргә тиклем 38 төбәктә тағы ла 94 кинозал тапшырыласаҡ.

Башҡортостанда милли проект ярҙамында 96 мәҙәниәт объекты төҙөлгән, яңыртылған йәки капиталь ремонтланған – 60 ауыл мәҙәниәт йорто, 11 балалар сәнғәт мәктәбе, 8 музей, 4 театр, 7 китапхана, 3 колледж, 2 филармония, 1 концерт залы.

Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар
Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар
Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар
Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын 2030 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар
Автор:
Читайте нас: