Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2023, 11:32

АУЫРҒАЗЫЛА ИҢ ЯҠШЫ СӘНӘҒӘТ ТУРИЗМЫ

Ауырғазы "Тылсымлы керамика" туристик маршруты “Рәсәйҙә иң яҡшы сәнәғәт туризмы маршруты” номинацияһында лауреат булды!

АУЫРҒАЗЫЛА ИҢ ЯҠШЫ СӘНӘҒӘТ ТУРИЗМЫ
АУЫРҒАЗЫЛА ИҢ ЯҠШЫ СӘНӘҒӘТ ТУРИЗМЫ
  • "Йыл Маршруты" Бөтә Рәсәй конкурсының финалы 24-25 октябрҙә Өфөлә үтте. Унда еңеүселәр билдәләнде. "Етештереүҙең милли традицияларын һаҡлаған өсөн" махсус дипломына беҙҙең Ауырғазы маршруты лайыҡ булды

    “Маршрутты районда әҙерләнек. Беҙгә Нурия Рим ҡыҙы Доганер һәм Артур Мираҫ улы Иҙелбаев ярҙам итте. Улар беҙҙең маршрутты туроператорҙарға тәҡдим итте. "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" проекты сиктәрендә маршруттың операторы булып конкурсҡа ғариза биргән "Хәрәкәт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тора. Быйыл йәй беҙгә 4 төркөм туристар, 100-гә яҡын кеше килде. Улар ниндәй һоҡланғыс баһалар ҡалдырҙы, һеҙ минең постарымда күрҙегеҙ!” – тип белдерҙе үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Айгөл Шакирова.

    Маршрут ҡыҙыҡлы, ул беҙҙең предприятиелар, музей менән таныштыра, районға һәм эшҡыуарҙарға билдәлелек килтерә. “Ажемак”кирбес заводына, храмға экскурсия, Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының бай экспонаттары, Зәки Нагаевтың билдәлелек яулаған “Кирач” оҫтаханаһындағы төрлө тематикалы сувенирҙар менән танышыу, төрлө тәбиғәт һәйкәлдәрен ҡарап йөрөү туристарҙың күңеленә хуш килгән. Уҡытыусылар Рәмил Диваев һәм Эльвира Сәғәҙиева гид ролен бик яҡшы итеп үтәгән.

 

  • Тағы ла иғтибарҙы йәлеп итерлек маршруттарҙы өҫтәп, күберәк туристарҙы ҡабул итергә мөмкинлектәр бар. Райондың үҙенсәлекле урындары, оҫта ҡуллы кешеләре тыуҙырған матурлыҡтар уның йөҙөн билдәләйәсәк, уның бренды булып торасаҡ.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: