Рух
+4 °С
Облачно
Мәҙәниәт
27 Июня 2023, 17:06

3D-көмбәҙле тирмә күргәнегеҙ бармы?

Башҡорт тирмәһе күптән дуҫлыҡ символына һәм мәҙәни мираҫ объектына әйләнде! "Мульти-тирмә"гә килеүселәргә боронғо замандан хәҙерге Башҡортостанға тиклем 3D-сәйәхәт тәҡдим ителә

Добавить в предпочтительные источники Google
3D-көмбәҙле тирмә күргәнегеҙ бармы?3D-көмбәҙле тирмә күргәнегеҙ бармы?
3D-көмбәҙле тирмә күргәнегеҙ бармы?

"Шүлгәнташ" мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән картиналары, башҡорт бал ҡорто, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың орнаменттары һәм Өфөнөң иң танылған урындарын 3D проекторҙа ҡарап була.


Әйткәндәй, 3D-проекциялы сәйәхәткә музыканы Халыҡ инструменттары ансамбле проект өсөн махсус яҙған һәм ул мәғлүмәтте ҡабул итеүҙе тағы ла көсәйтеп ебәрә. Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы барышында «Дуҫлыҡ урамы»нан үтеүселәр үҙенсәлекле 3D көмбәҙле тирмәгә инеп сыға ала. Тирмә иртәгә лә көн дауамында эшләйәсәк.

Автор:
Читайте нас