Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Президент ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе Ринат Фәйзуллин, Мәскәүҙәге башҡорттар ҡоролтайының беренсе урынбаҫары Альфред Вәлиев сәләмләне.
Концертҡа инеү Мәскәү сувенирҙары буйынса була. Мәскәү башҡорттары бүләктәр өҫтәлен йәш артистар өсөн уйынсыҡтар, күстәнәстәр менән тултырҙы. Тамырҙар уларҙы «Тамыр» вокаль студияһының бөтә артистары өсөн алып ҡайтырға вәғәҙә итә.
««Тамыр» концерттарын Мәскәүҙә йышыраҡ күрергә теләйбеҙ, киләһе осрашыуҙы көтөп ҡалабыҙ», — тип саҡырҙы Президент ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов
«Мин «Тамыр»ға йөрөргә һәм балалар менән бергә сығыш яһарға хыялланам, тик Мәскәүҙә Өфөләге кеүек «Тамыр» юҡ. Мин концертҡа күстәнәс менән килдем, артистарға бында уңайлы булһын», - тине йәш тамашасы Алтынай Вәхитова.
«Мәскәү балаларының ата-әсәләре күптән инде «Тамыр» телеканалының концерт менән килеүен һорай. Быйыл бына тура килде. Башҡортостандың вәкиллеге ярҙамында Мәскәүҙең үҙәгендә балаларҙың ҙур байрамы булды. Бындағы ата-әсәләргә рәхмәт, Башҡортостандан алыҫта ла кескәйҙәрҙә башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләйҙәр, туған телде өйрәтәләр. Башҡалабыҙға музыкаль сәйәхәт тамырҙарҙың хәтерендә мәңгегә ҡалыр», – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
www.bashinform.ru мәғлүмәттәренән.