Улар асыҡ майҙандарҙа, парктарҙа, музей, мәҙәниәт һарайҙарында, концерт, күргәҙмә залдарында ойоштороласаҡ.
17 мартка тиклем Өфөлә республика Хәрби Дан музейы «Крым-1944» мәғариф лекциялары уҙғара. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүсе яҡташтарыбыҙ» мәҙәни-мәғариф саралары үтә.
17 мартта Өфөлә 8-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының фортепиано музыкаһы концерты киске сәғәт 5-тә Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында башлана.
17 март-17 апрелдә Республика Хәрби Дан музейында «Севастополь - рус даны ҡалаһы» электрон күргәҙмәһе үтәсәк.
18 мартта республика халҡы «Крым» нәфис фильмын ҡарай ала (Рәсәй, 2017 йыл, сюжет реаль ваҡиғаларға ҡоролған).
Өфө «Нур» дәүләт театрында иртәнге сәғәт 10-да ҙур залдың фойеһында «Бахчисарайский фонтан» спектакленән фотосюжеттарҙың тематик күргәҙмәһе, көндөҙгө сәғәт 12-лә «Обретая свет в пути» театрлаштырылған тамашанан фотосюжеттар күргәҙмәһе асыла, көндөҙгө сәғәт 2-лә тамашасылар «Нур» театры артистары башҡарыуында Крым һәм Кавказ халыҡтары йырҙарының видеояҙмаларын ҡарай ала.
19 мартта Өфө «Нур» татар дәүләт театры ҡунаҡтарҙы «Ҡырым һәм Рәсәй - бер яҙмыш!» әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаһына саҡыра. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-03-16/v-bashkirii-proydyot-festival-krymskaya-vesna-3179136