Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2021, 11:08

Илдар Абдразаҡов премияға лайыҡ булды

Ул был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

Илдар Абдразаҡов премияға лайыҡ булды
Илдар Абдразаҡов премияға лайыҡ булды

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ике Грэмми премияһы эйәһе, билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов «Итальян телендәге йырҙарҙы һоҡланғыс итеп башҡарыусы» номинацияһында премияға лайыҡ булды.

Ул был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Премияға лайыҡ булыуы уның Италияла беренсе тапҡыр сығыш яһауына егерме йыл тулған юбилей йылына тура килеүе икеләтә һөйөнөслө була.

«Ла Скала театрында тәүге тапҡыр сығыш яһауыма егерме йыл тулған йылда Италияла премия алыу — минең өсөн ҙур хөрмәт!» - тип, Илдар Абдразаҡов VLLABERTELLI фонды президенты Эрминдо Туччиға донъяла «Итальян телендәге йыр»ҙарҙы һоҡланғыс итеп башҡарыусы номинацияһындағы премия өсөн рәхмәт белдерә.

Фото:  http://ildarabdrazakov.com/ru/

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: