Рух
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Октябрь 2025, 16:07

Башҡортостан спортсылары бокс буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ

27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Башҡортостандың башҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үткәреү майҙанына әйләнәсәк. Ярыштар Көрәш һарайында үтәсәк.

Башҡортостан спортсылары бокс буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ
Башҡортостан спортсылары бокс буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ

Өфөнө чемпионатты уҙғарыу урыны сифатында һайлау 2025 йылдың июнендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында билдәле булды. Унда тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан Бокс федерацияһы президенты, төбәк хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров республиканың үҫешкән спорт инфраструктураһына эйә булыуын, ә чемпионатты уҙғарыу боксты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа мөһим аҙым буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ярыштарҙа бөтә Рәсәйҙән 180 спортсы ҡатнашасаҡ. Республиканан ете ауырлыҡ категорияһында 11 спортсы сығыш яһай. Андрей Назаров чемпионаттың юғары кимәлдә ойошторолоуына ышаныс белдерҙе һәм ярыштарҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһын да саҡырҙы.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас