Рух
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2025, 09:51

Башҡортостанда "Беҙ бергә, Спорт" Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы үтәсәк

6-16 февралдә Башҡортостанда инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һуҡырҙар спортының ҡышҡы дисциплиналары буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтәсәк. Ярыштар мәлендә Башҡортостанға Рәсәйҙең 30 төбәгенән 800-ҙән артыҡ ҡатнашыусы киләсәк.

Башҡортостанда "Беҙ бергә, Спорт" Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы үтәсәк
Башҡортостанда "Беҙ бергә, Спорт" Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы үтәсәк

Ярыштарҙың төп өлөшө Өфөнөң спорт объекттарында (саңғы ярыштары, сноуборд, хоккей, футзал һәм шахмат), «керлинг» дисциплинаһы Ишембайҙа («Батыр» урта мәктәбе), «Тау саңғыһы спорты» – «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге биләмәһендә үтәсәк. Билдәләп үтәйек, Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһы составында 30-ҙан ашыу спортсы сығыш яһаясаҡ.

- Башҡортостан республикаһы эре халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштарын үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә, шулай уҡ заманса спорт һәм уға бәйле инфраструктура менән тәьмин ителгән. Алдағы ҡышҡы спартакиада "Беҙ бергә. Спорт" берҙәмлек, ғәҙеллек һәм тиңдәшлек кеүек спорт идеяларын һәм ҡиммәттәрен үҫтереүҙә бөтә спорт берләшмәһе өсөн сағыу һәм күләмле спорт сараһы, стимул һәм өлгө буласаҡ, – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – спорт министры Руслан Хәбибов.

Спартакиаданы асыу тантанаһы 8 февралдә Өфөнөң Көрәш Һарайында, ә ябыу тантанаһы 14 февралдә Спорт һарайында үтә.

- Башҡортостан менән эшләү ышаныслы. Һис шикһеҙ, ярыштар иң юғары ойоштороу кимәлендә үтәсәк. Республиканың «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумын, шулай уҡ «Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарын миҫалға килтереү етә. Һәм бындай миҫалдар күп, – тине РФ спорт Министрлығының физик культура һәм күмәк спорт департаменты директоры Максим Уразов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан күләмле сурдлимпия сараһын үткәреү үҙәге булып, спортсыларҙы беренсе тапҡыр ғына йәлеп итмәй: 2023 йылдың июлендә Өфөлә сурдлимпиясыларҙың «Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындары үтте . Башҡортостанға донъяның 30 иленән 1620 спортсы килде. Халыҡ-ара ҡунаҡтар баһаһы буйынса ярыштар юғары кимәлдә үткәрелгән.

- 2022 йылда республикала юғары кимәлдә үткән һәм бөтә ҡатнашыусыларҙың, шул иҫәптән сит ил ҡатнашыусыларының да, һоҡланғыс баһаһын алған сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын һаман да йылы иҫкә алабыҙ. Быйылғы сара ошо сифат планкаһын һаҡлап ҡалыр, тип ышанам, – тип билдәләне Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорты спорт федерацияһы президенты Дмитрий Ребров.

 

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас