Рух
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Май , 10:47

Афарин, уҡсыларыбыҙ!

Фәим Ғайсин етәкселегендә бер төркөм уҡыусылар Салауат районында уҡтан атыу ярышында булып ҡайтты.

Афарин, уҡсыларыбыҙ!
Афарин, уҡсыларыбыҙ!

Салауат районы Лағыр ауылында Еңеү көнөнә һәм Ғаилә йылына арналған традицион уҡтан атыу буйынса өсөнсө асыҡ турнир ойошторолдо.

 

Бында ҡатнашҡан ете район спортсылары араһында беҙҙең Ауырғазы районынан да бар ине. «Меркет уҡсылары» клубынан Батырхан Ғайсин беренсе урынды яуланы. Уның күп ярыштарҙан урындар яулап ҡайтҡанын беләбеҙ. Шулай уҡ Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһынан Аделина Шафиҡова беренсе булды, ә Гөлшат Мырҙабаева икенсе урынға сыҡты.

Әлбиттә, тренерҙарының оҫталығы, балалар менән ихлас шөғөлләнеүе ҙур роль уйнай. Фәим Салауат улының өлгөрлөгөнә, ниндәй эшкә тотонһа ла, бөтә көсөн биреп эшләүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр ярыштан – ҡурай булһынмы, көрәшме, уҡ атыумы – урын алмайынса ҡайтҡандары юҡ. Афарин, егеттәр, ҡыҙҙар, артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Афарин, уҡсыларыбыҙ!
Афарин, уҡсыларыбыҙ!
Афарин, уҡсыларыбыҙ!
Афарин, уҡсыларыбыҙ!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: