Рух
-5 °С
Ясно
Спорт
30 Марта 2024, 18:30

Ике алтын, бер көмөш һәм бронза

Ауырғазы районының йәш көрәшселәре Мәләүез районының Смаҡ ауылында Динис Бүләков исемендәге мәктәптә үткән асыҡ турнирҙа ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике алтын, бер көмөш һәм бронзаИке алтын, бер көмөш һәм бронза
Ике алтын, бер көмөш һәм бронза

Был сара РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы Әхтәм Юлмөхәмәтовтың юбилейына бағышланды.


Ярышҡа республиканың төрлө райондарынан 2008-2010 йылғы һәм 2011 йылғы  78 йәшүҫмер килде.

 

Беҙҙең спортсылар яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.  

  • 30 кг ауырлыҡ категорияһында Төрөмбәт ауылынан Дим Ғәлимов алтын яуланы. Шулай уҡ Арыҫлан Исхаҡов (+65 кг) та беренселекте бирмәне. Был егеттәр Степановка мәктәбендә уҡый.
    50 кг ауырлыҡ категорияһында Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Нурислам Һатлыҡов - 2 –се урында. Ошо уҡ уҡыу йортонан Рауил  
     Тимербулатов бронзаға лайыҡ булды.

 

  • Барлыҡ еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар алды, миҙалдар һәм приздар менән бүләкләнде. Ә Иҙел Ғәлимовҡа еңеүгә ынтылыш өсөн махсус приз бирелде.


Яҡшы күрһәткестәр көрәшселәрҙең тренеры Булат Ильясовтың фиҙаҡәр хеҙмәте, балаларҙы әҙерләүҙә һөнәри оҫталығын күрһәтә. Афарин!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас