Рух
-5 °С
Ясно
Спорт
4 Декабря 2023, 15:17

УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА

Ҡыштың икенсе көнөндә Ишембай районының Һайран ау ылында балалар араһында уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы. Сара хәрби хәрәкәттәр ветераны, Дәүләт думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов иҫтәлегенә бағышланды.  Ул юғары кимәлдә ойошторолғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРАУҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА
УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА

Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 5 йәштән 16 йәшкә тиклем 50-нән артыҡ бала ҡатнашты.  

Ауырғазынан барғандар һынатманы, уларҙа түбәндәге һөҙөмтәләр:


1 урын - Батырхан Ғайсин
2 урын - Нәркәс Ғайсина
2 урын - Аделина Шафиҡова
3 урын - Гөлшат Мырҙабаева

 

Шулай уҡ  Роман Платонов, Нәркәс Хәмиҙуллина, Эльмира Нәҙершиналар лайыҡлы сығыш яһаны. Фәим Ғайсин Зөһрә Фәтҡуллинаға, уның командаһына һәм Мораҙым ауылынан Илнур Нәҙершинға рәхмәт белдерә.

УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА
УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА
УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА
УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА
УҠТАН АТЫУСЫЛАРЫБЫҘ ҘА ОҪТАРА БАРА
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас