Рух
-5 °С
Ясно
Спорт
21 Ноября 2023, 15:43

Өфөлә ирекле көрәш буйынса республика турниры үтте

19 ноябрҙә беҙҙең райондан 16 йәшкә тиклемге (2009-2010(2011) йылғы) йәшүҫмерҙәр башҡорт милли геройы Салауат Юлаев иҫтәлегенә бағышланған ярышта ҡатнашты. Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры Илдус Нәҙершин тәрбиәләнеүселәре призлы урындар яулауға өлгәште.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә ирекле көрәш буйынса республика турниры үттеӨфөлә ирекле көрәш буйынса республика турниры үтте
Өфөлә ирекле көрәш буйынса республика турниры үтте

Талбазы лицейы уҡыусыһы Анастасия Спиридонова (58 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһы) – 1-се урын яуланы. Ә Талбазының 3-сө мәктәбенән Елена Семенова (39 кг-ға тиклем) -2-се урын алды.

Таштамаҡ мәктәбе уҡыусылары Светлана Павлова (36 кг-ға тиклем), Евгения Кириллова (39 кг-ға тиклем), Юлиана Семенова (58 кг-ға тиклем), Талбазының 3-сө мәктәбенән Регина Әбйәлилова ( 46 кг-ға тиклем), Аделя Кәримов (58 кг-ға тиклем)  3-сө урынға лайыҡ булдылар.

Афарин, ҡыҙҙар! Алда ла еңеүҙәр көтөп торһон!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас