Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь 2023, 10:42

УҠСЫЛАРЫБЫҘҒА АФАРИН!

ӘБЙӘЛИЛДӘН БЕҘҘЕКЕЛӘР ТАҒЫ ЛА ЕҢЕҮ МЕНӘН ҠАЙТТЫ

УҠСЫЛАРЫБЫҘҒА АФАРИН!
УҠСЫЛАРЫБЫҘҒА АФАРИН!

Әбйәлил районының Салауат районында традицион уҡтан атыу буйынса «Бейеш батыр» асыҡ турниры үтте.

Беҙҙең райондың «Меркет уҡсылары» клубынан да был ярышта ҡатнаштылар. Ир-аттар араһында Фәим Ғайсин беренсе, уның улы Батырхан балалар араһында икенсе урын яуланы.

«Турнир яҡшы кимәлдә үтте. Ике көн һиҙелмәй ҙә ҡалды. Хәйруллин Нуриман һәм уның командаһына ҙур рәхмәт. Гүзәлиә Дәүләтова тәмле ҡорбан ашы менән һыйланы, уға ла шулай уҡ оло рәхмәтлебеҙ», - тип Фәим Салауат улы социаль селтәрҙәр аша шатлығы менән уртаҡлашты.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: