22 сентябрь Стәрлебаш районында милли көрәш буйынса Асыҡ республика турниры үтте. Ул интернационалист яугир Наил Рәжәпов хәтеренә бағышланды. «Беренселәр Республикаһы» спорт калейдоскобы» проекты сиктәрендә ойошторолған турнирға ун район һәм ҡалаларҙан 110 көслө көрәшсе килде. Улар иҫәбендә Татарстандан бер команда ла бар ине.
Бына ул командаға урын яулаусылар:
2010-2011 йылғыларҙан 32 кг категорияһында:
3-сө урын – Дим Ғәлимов (Степановка мәктәбе)
75 кг категорияһында - 3-сө урын Радим Ибәтуллин ( Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы)
2008-2009 йылғыларҙан 45 кг-ға тиклем категорияһында - 1-се урын Нурислам Сатлыҡов (Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы)
60 кг – 3-сө урын – Рамаҙан Сәйфетдинов (Әбсәләм мәктәбе)
75 кг – 2-се урын Рауил Тимербулатов (Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы)
65 кг категорияһында Алмаз Рәхмәтуллин (Степановка мәктәбе) «Еңеүгә ихтыяр» махсус призына лайыҡ булды.
Еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар дипломдар, миҙалдар, аҡсалата приздар менән бүләкләнде.
Тренер Булат Ильясов үҙенең тәрбиәләнеүселәрен уңыштары менән ҡотлап, яңы еңеүҙәр теләй.