Рух
-3 °С
Облачно
Спорт
18 Сентября 2023, 18:03

Уҡсыларыбыҙҙың тағы бер еңеүе

Татарстандан Ғайсиндар алтын алып ҡайтты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡсыларыбыҙҙың тағы бер еңеүеУҡсыларыбыҙҙың тағы бер еңеүе
Уҡсыларыбыҙҙың тағы бер еңеүе

Күрше республиканың Алабуға ҡалаһында ll Бөтә Рәсәй турниры үтте.  «Туған Батыр» традицион уҡтан атыу ярышы илдең төрлө мөйөштәренән спортсыларҙы йыйҙы. Үҙҙәренең йәш категорияларында Фәһим менән Батырхан Ғайсиндар беренсе урын яулап, алтынға лайыҡ булды.



Алдағы көндә Көйөргәҙе районында Кинйә-Абыҙ ауылында хәрби начальник һәм башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллыҡ юбилейына арналған асыҡ турнирҙа Батырхан «Балалар» категорияһында еңгәйне.

Районға төрлө өлкәлә дан килтереүсе, ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусы Ғайсиндар ғаиләһенә афарин! Артабан да һәр яҡлап та уңыштар оҙатып барһын!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас