-3 °С
Ҡар
Бына нимә яҙалар уның тураһында: “Вилнур аңлатыуынса, Руся Рәсәй көнөндә тыуған, шуға ла атҡа ошондай ҡушамат бирелгән. Ошондай төҫлө ат тураһында Вилнур бала саҡтан хыялланған.
- Уны күргәс тә, хужаларынан һатыуҙарын һораным. Тик улар ризалашманы.
Вилнурҙың, әлбиттә, күңеле кителә, шулай ҙа бер аҙҙан ул ошо аттың – Русяның – хужаһы була”.
Шуныһы ҡыҙыҡ: үткән йылда бер делегация вәкилдәре Вилнурҙан атын 500 меңгә һатыуын һорайҙар, тип яҙа журналистар. Вилнур ризалашмай, тип белдерә "Молодежная газета"