Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2023, 17:03

МӘРТӘБӘЛЕ БӘЙГЕЛӘ БАТЫРХАН ЕҢЕҮСЕ БУЛДЫ

11 март Бөрйән районының Һарғая ауылында урынлашҡан Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" фестивале үтте. Ул инде бишенсе йыл үткәрелә.

МӘРТӘБӘЛЕ БӘЙГЕЛӘ БАТЫРХАН ЕҢЕҮСЕ БУЛДЫ
МӘРТӘБӘЛЕ БӘЙГЕЛӘ БАТЫРХАН ЕҢЕҮСЕ БУЛДЫ

Сарала милли йәйәнән уҡ атыу, ылаҡ, таяҡ тартыш, ауҙарыш, суҡмар ташлау, арҡан тартыш һәм башҡа мауыҡтырғыс уйындар булды.

Республиканың район һәм ҡалаларынан 60-тан ашыу уҡсы "мәргән", "тереһыу" һәм "тиҙ атыш" этаптарында кереш тартып көс һынашты. Балалар 15 метрҙан атышты, ә өлкән уҡсылар 25, 30 метрҙан.

17 йәшкә тиклемге йәш егеттәр араһында:
1. Ғайсин Батырхан (Ауырғазы районы);
2. Юлбердин Динар (Бөрйән районы);
3. Мәжитов Ғәзинур (Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы)..
17 йәшкә тиклемге һылыу ҡыҙҙар араһында:
1. Мәжитова Ынйыгөл (Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы);
2. Йомағолова Зәлиә (Бөрйән районы);
3. Ибраһимова Илина (Күмертау ҡалаһы).

17 йәштән өлкән ир-егеттәр араһында
1. Юлбердин Сынбулат (Бөрйән районы);
2. Таһиров Хөрмәт (Сибай ҡалаһы);
3. Рахманғолов Ғәфүр (Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылы).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында
1. Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы);
2. Ишкильдина Нәйлә (Бөрйән районы);
3. Исламова Нилә (Учалы районы).

Абсолют чемпион исеменә һөҙөмтәләр буйынса иң көслө 5 ир-ат һәм 5 ҡатын-ҡыҙ 40 метрҙан һыбайлы сәбенә атыштылар. 6-шар уҡ менән ике тапҡыр атып иң күп мәрәйҙе Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан мәргән Өмөтбаев Тимур йыйҙы, ул башҡорт тоҡомло тай отто.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: