Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2022, 11:18

ӘЛФИНӘ БРОНЗА ЯУЛАНЫ, АФАРИН!

Ауырғазы йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе Әлфинәнең еңеүе менән хаҡлы ғорурлана.   

ӘЛФИНӘ БРОНЗА ЯУЛАНЫ, АФАРИН!
ӘЛФИНӘ БРОНЗА ЯУЛАНЫ, АФАРИН!

2 – 3 ноябрҙә Ҡазан ҡалаһында Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге ярыштары үтте.  «Аҡ Барс» һарайында үткән ярыштарҙа15-17 йәшлек  200-ләп йәш спортсылар ҡатнашты.

Үҙенең еңеүҙәре менән һәр саҡ һөйөндөрөп тороусы Әлфинә Большакова был юлы ла һынатманы. Илдус Нәҙершиндың тәрбиәләнеүсеһе билбау көрәше буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһап, бронзаға лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһы спорт министры Руслан Хәбибов беҙҙең спортсыларҙы шәхсән ҡотланы.

Ауырғазы йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе сайты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: