Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Июль 2021, 11:54

КҮРГӘҘМӘНЕ БАРЫП КҮРЕГЕҘ!

16 июлдә республиканың Милли музейында VI CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһы йомғаҡтары буйынса күргәҙмә асылды.

КҮРГӘҘМӘНЕ БАРЫП КҮРЕГЕҘ!
КҮРГӘҘМӘНЕ БАРЫП КҮРЕГЕҘ!

«Был күргәҙмәне асыуҙы мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Беренсенән, Бөтә донъя фольклориадаһының беҙҙең Башҡортостанда үтеүе – беҙҙең өсөн әһәмиәтле ҡаҙаныш. Икенсенән, был сара ҡатмарлы ваҡытта ойошторолдо.  Бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, Башҡортостан фольклориаданы лайыҡлы үткәрҙе һәм Рәсәй халҡының ғына түгел, сит илдәрҙең кешеләренән дә һоҡланыу һүҙҙәре ишетте. Һәм был ҙур мәҙәни сараның беҙҙә булыуы – Милли музейҙа оҙаҡ йылдар, быуаттар буйы һаҡланасаҡ тарих ул», - тине күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

 «PRO.Фольклориада-2021» күргәҙмәһендә йылдың әһәмиәтле мәҙәни сараһына бәйле үҙенсәлекле әйберҙәр урын алған: рәсми документтар, сувенирҙар, фотоматериалдар, ҡатнашыусы илдәр тапшырған бүләктәр һәм сувенирҙар һ.б.

 

Экспозицияла төрлө илдәрҙең тәңкәләре менән биҙәлгән башҡорт биҙәүесе – түшелдерек, фольклориаданы ойоштороусылар һәм ҡатнашыусыларҙан сараны тантаналы ябыу тантанаһында киләсәк быуындар өсөн әҙерләнгән ваҡыт капсулаһы айырым урын алып тора.
Күргәҙмә  16 июлдән эш башланы, ул 29 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.

 

(БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ МӘҒЛҮМӘТЕ БУЙЫНСА).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: