+4 °С
Облачно


Рәсәй президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, ҙур ҡаҙаныштары өсөн «РФ-тың атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә Өфөнөң Октябрь районы физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Леонид Николаевич Ильин лайыҡ булды.
Сығанаҡ: "Башинформ".