Рух
+1 °С
Облачно
Новости
20 Октября , 03:51

Башҡортостанда матбуғатҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатылды

«Башҡортостан Республикаһы» Матбуғат йорто ойошторған «Яҙыл һәм от!» акцияһына йомғаҡлау булды. Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» иртәнге шоуында 6 октябрҙә бәхетле бүләк алыусыларҙың исемдәре әйтелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда матбуғатҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатылдыБашҡортостанда матбуғатҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатылды
Башҡортостанда матбуғатҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатылды

Конкурстың төп призы - Мәсетле районындағы «Ҡарағай» шифаханаһына бер аҙналыҡ юллама - Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылынан Марина Ипполитоваға тапшырылды. Уҡыусы «Кармаскалинская новь» һәм «Республика Башкортостан»гәзиттәренә яҙылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2027 йылдың 1 ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы дауам итә. Яҙылыусылар өсөн «Яҙыл һәм от!» акцияһы дауам итәсәк.

Отошта ҡатнашыу өсөн «Республика Башкортостан» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең кәм тигәндә ике баҫмаһына 6 айға (ғинуар-июнь) яҙылырға кәрәк. 

бынан һуң ҡатнашыуға ғаризаны түбәндәге адрес буйынса ебәрергә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәте, каб. 212 «Яҙыл һәм от!» тигән билдә менән.

Йәки уны электрон адресҡа ебәрергә podpiska@rbsmi.ru

Шулай уҡ квитанцияларҙы һылтанма буйынса йөкләргә мөмкин: https://podpiska.rbsmi.ru/. 

20 ғинуарға тиклем ҡабул ителәсәк ғаризаларҙа адресты, контакт телефонын күрһәтергә һәм яҙылыу квитанцияһының күсермәһен ҡуйырға кәрәк.

Фото: АО ИД «Республика Башкортостан».

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас