Рух
+10 °С
Ясно
Новости
7 Октября , 08:15

Башҡортостанда хәбәр итеү системаларын тикшерәсәктәр

Добавить в предпочтительные источники Google

9 октябрҙә Башҡортостанда халыҡҡа хәбәр итеүҙең төбәк системаһын комплекслы тикшереү үткәрелә. Был осорҙа сиреналар (3 минутҡа тиклем) эшләй, шулай уҡ теле - һәм радиотапшырыуҙарҙы тотҡарлайҙар.

Был стандарт сигнал - «Барыһының иғтибарына!». Паникаға бирелмәү мөһим: сигнал биреү сәбәптәре һәм артабанғы ғәмәлдәр тураһында мәғлүмәт көтөгөҙ.

Халыҡҡа хәбәр еткереләсәк: «Халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлеген тикшереү үткәрелә! Тыныслыҡты һаҡлауҙы һорайбыҙ!».

Барығыҙҙы ла тыныслыҡ һаҡларға саҡырабыҙ!

Автор:
Читайте нас