Рух
+8 °С
Ямғыр
Новости
1 Октябрь , 06:10

Республикала октябрҙең тәүге көндәрендә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә

Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала октябрҙең тәүге көндәрендә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөләРеспубликала октябрҙең тәүге көндәрендә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә
Республикала октябрҙең тәүге көндәрендә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә
 
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 1 октябрҙә көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +12, +17°, көньяҡта 22°.

 

Йома, 2 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Төньяҡтан ел уртаса тиҙлектә, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4°, көндөҙ +3, +8°, көньяҡта +13° тиклем.

 

Шәмбе, 3 октябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +2, +7°.

 

30 сентябрҙә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы «әбейҙәр сыуағы» тамамланды, ә 1 октябрҙән көндәр һыуыта, тип иҫкәрттеләр Башгидрометүҙәктә.

 

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru 

Автор:
Читайте нас