

Премия 2025 йылда Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса булдырылды. Ойоштороусы булып «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сығыш яһай.
- «Ижадсылар» премияһы идеяһы беҙҙә ижади индустрияға ярҙам сараларын әҙерләгәндә барлыҡҡа килде. Беҙ йыл һайын йомғаҡ яһарға һәм ижади һөнәрҙәрҙең иң яҡшы вәкилдәрен хөрмәтләргә ҡарар иттек. Ғөмүмән, был күп йылдар дауамында яҡшы йолаға әүерелер. Башҡортостаныбыҙ талантлы кешеләр менән бай. Улар республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе генә түгел, ә халыҡ-ара абруйға эйә булғандарҙы ла хайран ҡалдыра һәм ҡыуандыра. Музыкаль әҫәрҙәребеҙ, IT-продукттарыбыҙ, башҡорт киноһы һәм анимацияһы ни тора! Ә беҙҙең урбанистарҙың проекттары иң абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙа наградалар яулай. Беҙгә, һис шикһеҙ, кем һәм нимә менән ғорурланырға кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Республиканың ижади индустрия вәкилдәре күрһәтелгән номинациялар буйынса премияларға дәғүә итә ала: «Креатив проект/продукт», «Мәҙәни код», «Креатив йыл ваҡиғаһы», «Креатив территория», «Креатив эшҡыуар», «Креатив остаз», «Креатив цифрлы проект», «Креатив йәлеп итеү нөктәһе», «Креатив социаль проект», «Креатив локаль бренд».
https://forms.yandex.ru/u/6a9e6bc3493639c9fc1c5deb һылтанмаһы буйынса рәсми сайтта һәм премия битендә ғариза бирергә була: https://creastan.ru/creapremia
Ғаризаларҙы федераль һәм төбәк кимәлендәге профессионалдарҙан торған эксперт жюри баһалаясаҡ. Еңеүселәр башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында премияны тапшырыу тантанаһында иғлан ителәсәк. Белешмә: 2025 йылда «Ижадсылар» премияһына бөтә республиканан 400-ҙән ашыу ғариза килгән. Наградалар 10 номинация һәм ике махсус номинация буйынса тапшырыла. Тантаналы сарала 700-ҙән ашыу ҡунаҡ ҡатнашты.