Рух
+9 °С
Ясно
Новости
22 Сентября , 09:04

В.Путин юл йөрөү өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү өлөшөн арттырырға ҡушты

Хөкүмәткә транспортта йөрөгән өсөн «Макс» аша түләү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушылды.  

В.Путин юл йөрөү өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү өлөшөн арттырырға ҡуштыВ.Путин юл йөрөү өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү өлөшөн арттырырға ҡушты
В.Путин юл йөрөү өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү өлөшөн арттырырға ҡушты

 

Президент Владимир Путин, ҡулаҡса менән түләү мөмкинлеген һаҡлап, йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ түләү өлөшөн арттырырға ҡушты. Был турала Дәүләт Советы президиумы ултырышы йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлегендә әйтелә.

Хөкүмәткә шулай уҡ автоном режимда юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ түләү мөмкинлеген тәьмин итеү һәм берҙәм биометрик системаны һәм «Макс» цифрлы платформаһын ҡулланыуҙы ҡарау йөкмәтелә.

Эш һөҙөмтәләре буйынса докладты дәүләт башлығына 25 декабргә тиклем, һуңынан - ярты йылға бер тапҡыр тапшырырға кәрәк.

1 сентябрҙән Рәсәйҙә пассажирҙар ташыуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлдә: билеттар һатып алыу һәм тикшереү өсөн электрон сервистар, QR-кодтар, NFC һәм Берҙәм биометрик система ҡулланырға рөхсәт ителә. «Макс» аша бушлай йәки льготалы йөрөү хоҡуғын раҫларға мөмкин.

 

Сығанаҡ: "Башинформ"

 

Автор:
Читайте нас