

Һайлау көнө, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр өсөн, элек-электән үҙе бер байрам булған. Мораҙым ауылында ла «Хазина» фольклор коллективы, ағинәйҙәр матур милли кейемдәрҙә килде.
Улар үҙҙәренең әүҙем тормош позицияһы менән билдәле: ирекмәндәр эшенән дә ситтә ҡалмайҙар, бөтә сараларҙың уртаһында ла улар.
Ағинәйҙәр үҙҙәренең тауыш биреүҙең мөһимлеген билдәләне.
Был тауыш биреү генә түгел, ә мәҙәниәттең, традицияларҙың һәм гражданлыҡ позицияһының бер-береһенә үрелеп барыуының тере дәлиле. Һайлау участкаһында милли кейем - ул тамырҙары өсөн ғорурлыҡ та, ауылдаштарына бүләк тә, иҫкәртеү ҙә: һәр тауыш артында тарихлы кешеләр тора.
962-се һайлау участогы өс көндә лә буш торманы, ауыл халҡы һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашты. Күптәр ғаиләләре, балалары менән килә.