

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреүҙең төп этабының икенсе көнө йомғаҡтары буйынса беҙҙең районда һайлаусыларҙың 50 проценттан ашыуы тауыш биргән, тип хәбәр итте территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Алмаз Хоҙайбирҙин. Был яҡташтарыбыҙҙың урындарҙағы һайлау комиссияларына тауыш биреү өсөн әүҙем барыуын күрһәтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлауҙар 20 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем үткәрелә.
Тауыш биреү иртәгә, 20 сентябрҙә, урындағы ваҡыт буйынса 20:00 сәғәттә тамамлана. Әгәр һеҙ әле тауыш бирмәгән булһағыҙ, участкалар 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ - паспортты үҙегеҙ менән алып китеү генә етә.
Республикала икенсе көндөң (19 сентябрь) 15:00 сәғәтенә 43,48% тауыш бирҙе - теркәлгән 2 921 200 һайлаусының 1 270 275 кешеһе тауыш бирҙе. Өфөлә-42,36%.
#Рахмат #Рәхмәт #Һайлау2026 #АуырғазыРайоны #Башҡортостан #БашВыбор2026