Рух
+7 °С
Ясно
Новости
19 Сентября , 03:05

Ауырғазы районында һайлауҙың икенсе көнө әүҙем башланды

Икенсе тауыш биреү көнө: тауыш бирергә өлгөрөгөҙ! 

Ауырғазы районында һайлауҙың икенсе көнө әүҙем башландыАуырғазы районында һайлауҙың икенсе көнө әүҙем башланды
Ауырғазы районында һайлауҙың икенсе көнө әүҙем башланды

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың икенсе көнө етте.

Районда 49 һайлау участкаһында комиссиялар тулы составта эшләй һәм граждандарҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер.
Тауыш биреү процесы даими бара, уңайлы һәм хәүефһеҙ ихтыяр белдереү өсөн бөтә шарттар ҙа тәьмин ителгән.

Беренсе көн йомғаҡтары буйынса 25000 һайлаусының 7500-ҙән ашыуы тауыш биргән, был район һайлаусыларының дөйөм һанынан 30 проценттан ашыуын тәшкил итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлауҙар 20 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем үткәрелә.

Һайлау яһау һәм илдең киләсәген билдәләү өсөн тағы ике көн бар.

 

#Выборы2026 #АургазинскийРайон #Башкортостан #БашВыбор

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас