Рух
+16 °С
Ясно
Новости
18 Сентября , 03:30

Башҡортостанда һайлауҙар башланды

Республикала өс кимәлдәге һайлауҙар башланды: Рәсәй Дәүләт думаһы депутаттарын федераль һайлау, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын төбәк өҫтәмә һайлау һәм муниципаль һайлауҙар.

Башҡортостанда һайлауҙар башландыБашҡортостанда һайлауҙар башланды
Башҡортостанда һайлауҙар башланды

Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем үткәрелә.

Дәүләт думаһы депутаттарын һайлау һәм улар менән берләштерелгән һайлауҙар өс көн дауамында — 18-20 сентябрҙә үтәсәк. Әгәр улар суд тарафынан эшкә яраҡһыҙ тип танылмаһа һәм колонияла язаһын үтәмәһә, һайлауҙа үҙ хоҡуғынан Тауыш биреү көнөндә 18 йәше тулған бөтә Рәсәй граждандары файҙалана ала.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә - 18-20 сентябрҙә - Башҡортостанда «Рәхмәт»акцияһы үтәсәк. Был юлы ул тулыһынса ташламалы буласаҡ: бер ниндәй ҙә уйнатыу ҡаралмаған.

Һайлауҙар буйынса ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-200-00-20.

Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре дүшәмбе, 21 сентябрҙә, иртәнсәк билдәле буласаҡ. Дәүләт думаһына һайлауҙарҙың дөйөм һөҙөмтәләрен Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 5 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса билдәләргә, рәсми рәүештә 11 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса баҫтырырға тейеш, тип хәбәр итте Башинформ.

Ауырғазы районында 49 һайлау участкаһы эш башланы. Районда һайлаусыларҙың дөйөм һаны 25 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Бында һәр тауыш төрлө кимәлдә вәкиллекле власты формалаштырыу өсөн айырыуса мөһим.

Автор:
Читайте нас