

Радий Хабиров отметил, что благодаря слаженной работе силовых структур регион успешно решает задачи по обеспечению правопорядка и общественной стабильности.
Роман Плотников выразил готовность продолжить конструктивное взаимодействие с органами государственной власти Башкортостана для решения задач, возложенных на региональное Управление ФСБ России.
Радий Хәбиров Роман Плотниковты тәғәйенләнеше менән ҡотланы һәм Башҡортостан менән Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең территориаль идаралығы республикала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара һөҙөмтәле эш алып барыуын билдәләне.
- Хәҙер заман ҡатмарлы, һәм бөтә көс структураларының яраҡлашып эшләүенә бик күп нәмә бәйле. Башҡортостан-ҙур, иҡтисади яҡтан үҫешкән һәм күп милләтле төбәк. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – тыныслыҡты, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итеү һәм республика халҡына хәүеф тыуҙырмау, – тине Радий Хәбиров.
Махсус хәрби операция шарттарында берлектәге эштең төп йүнәлештәренең береһе булып һаҡланыу системаһын нығытыу һәм мөһим объекттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәкле инфраструктураны үҫтереү тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.
Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ идаралыҡтың элекке начальнигы Игорь Кочневҡа күп йыллыҡ хеҙмәте, емешле хеҙмәттәшлеге өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Көс структураларының яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә төбәк хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт тотороҡлоғон тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы уңышлы хәл итә, тип билдәләне Радий Хәбиров.