

Башҡортостандың «Алға-патриот» спорт-патриотик үҙәге директоры Ринат Хәбиров аңлатыуынса, тауыш биреүселәр QR-кодлы флаерҙар аласаҡ, уларҙы магазиндарҙа, бөҙрәханаларҙа, автосервистарҙа һәм башҡа урындарҙа ҡулланырға мөмкин. Партнерҙарҙың тулы исемлеге көн һайын рахмат2026.рф сайтында яңыртыла. Әлеге акцияның алдағыларынан төп айырмаһы — тик купон характеры.
«Беҙ QR-кодлы купондар таратасаҡбыҙ, әммә уларҙа серия номерҙары юҡ. Беҙгә был купонды кемдең аласағы билдәһеҙ, ирекмән уны тауыш биреүсегә генә бирәсәк», - тип аңлатты спикер.
Ул шулай уҡ мөһим нюансты билдәләне: ташлама алыу өсөн граждандарҙан бер ниндәй ҙә шәхси мәғлүмәттәр талап ителмәйәсәк. Ринат Хәбиров һүҙҙәренсә, был кешеләрҙе мутлашыусыларҙан һаҡлауҙан тыш, флаерҙарҙы етештереүҙә экономияларға ла мөмкинлек бирә.
Ни өсөн быйыл традицион күләмле уйындар булмаясаҡ тигән һорауға яуап биреп, «Алға-патриот» директоры быны еңел булмаған ваҡыт һәм бизнесты фронтҡа ярҙамға йүнәлтеү менән аңлата. Уның һүҙҙәренсә, эшҡыуарҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар конвойҙар йыйып, ҙур социаль йөкләмә үтәй.
«Мин партнерҙар һаны бер һүҙһеҙ артҡан тип әйтмәҫ инем, әммә үткән йылдарҙағы кеүек ҙур күләмле уйындар булмаясаҡ. Хәҙер йәмғиәттең төп бурысы - «Барыһы ла еңеү өсөн!». Шуға күрә «Рәхмәт» акцияһы ташламаларға йүнәлтелгән», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ринат Хәбиров.
Ул, ҡиммәтле бүләктәргә бюджет һәм шәхси сығымдарҙы тотоноу хәҙер урынһыҙ, тип өҫтәне. Ил һәм республика еңеүгә өлгәшеү һәм яугирҙарыбыҙҙы тиҙ арала өйҙәренә ҡайтарыу өсөн бөтә көсөн һала, шунан һуң тупланған тыныс тормош проблемаларын хәл итергә тура киләсәк.
Спикер шулай уҡ Башҡортостан халҡының һәр ваҡыт берҙәмлеге менән айырылып тороуын һәм уларҙы бөтә ил менән бер бөтөн булырға агитация үткәрергә кәрәкмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Хәҙер барыһы ла берҙәмлек хаҡына. Кешеләр бәләкәй бизнестың һәм ябай граждандарҙың дөйөм һөҙөмтәгә эшләүен аңлай. Беҙгә агитация үткәрергә кәрәкмәй», - тип йомғаҡ яһаны ул.