Рух
+14 °С
Облачно
Новости
16 Сентября , 04:35

Владимир Путин ҡушыуы буйынса 5G бәйләнеш селтәрҙәре эшләй башланы

Рәсәйҙең 16 ҙур ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә, бишенсе быуын мобиль элемтә эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Цифрҙар министрлығында.

«Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бишенсе быуын коммерция элемтә селтәрҙәре эшләй башланы. Беренсе этапта 5G сервистары 16 ҡалала эшләй башланы, бишенсе быуындың юғары тиҙлекле мобиль интернетына 10 миллион самаһы кеше инеп сыҡты», — тип һөйләнеләр ведомствола.

5G стандарты элемтә хеҙмәттәрен «ҙур дүртәү» операторҙары күрһәтәсәк. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Екатеринбургта элемтә бөтә дүрт оператор абоненттарына ла асыҡ. Новосибирскиҙа, Ҡазанда, Һамарҙа 5G ике операторҙа буласаҡ. Өфөлә, Түбәнге Новгородта, Пермдә, Ярославлдә һәм башҡа ҡалаларҙа бер генә компания хеҙмәт күрһәтәсәк.

 
Автор:
Читайте нас