

Указда был ваҡиғаның тарихи әһәмиәте һәм уның Башҡортостандың күп милләтле халҡы өсөн роле билдәләнә. Документҡа ярашлы, юбилей датаһына арналған сараларҙы 2027 йылда үткәреү планлаштырыла.
Радий Хәбиров тантаналарға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса республика ойоштороу комитетын булдырырға һәм уның составын раҫларға ҡушты. Комитетҡа 2026 йылдың 1 ноябренә тиклем тейешле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға кәрәк.
Республика хөкүмәтенә указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау күләмен һәм сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды. Башҡарыуҙы контролдә тотоу Башҡортостан Башлығы хакимиәтенә йөкмәтелде. Указ ҡул ҡуйылған көндән – 2026 йылдың 10 сентябренән көсөнә инә.