Рух
+14 °С
Облачно
Новости
16 Сентября , 06:10

Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте

Талбазы ауылының мәҙәниәт Һарайында йылы Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған ҙур сара үтте. Уны «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан республикаһы буйынса филиалы ойошторҙо.

Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үттеАуырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте
Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте

МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн махсус майҙансыҡтар эшләне: юристарҙан консультация алырға, эшкә урынлашыуҙа ярҙам алырға мөмкин булды.

Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ һорауҙарға яуап бирҙе, теләүселәрҙең ҡан баҫымын үлсәне.

 Почетлы ҡунаҡтар: «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны, МХО-ла ҡатнашыусы, республиканың Йәштәр хөкүмәте йәштәр һәм спорт министры Олег Мөфтәхетдинов айырым атмосфера тыуҙырҙы.

 

Ә һуңынан барыһы ла «Бергәләп Еңеүгә» концертын ҡараны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мөхәмәдийәров, урындағы таланттар: Тамерлан Рамазанов, Николай Кулагин, Роберт Нафиҡов, "Селяночка" һәм "Наследие" ансамблдәре, "Созвездие" хореография коллективы сығыштарын залда тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

 Бындай мәлдәрҙә айырыуса асыҡ күрһәтә - беҙ бергә, һәм был беҙҙең көсөбөҙ.

Ауырғазы районында Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы райондың төп ярҙам урынына әүерелде: төрлө йәштәге ирекмәндәр яугирҙарға кәрәкле бөтә нәмәне йыйып ебәрә. Райондан 30- ға яҡын гуманитар колонна 500 тоннаға яҡын йөк алып китте: техника, ҡорамалдар, маскировка селтәрҙәре, медикаменттар, аҙыҡ-түлек...

Һәм был һандар түгел - көн һайын дөйөм эш башҡарған йөҙҙәрсә кешенең хеҙмәте, йөрәк йылыһы. Фронт һәм тыл берҙәмлеге еңеүҙе яҡынайта.

Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте
Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте
Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте
Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте
Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте
Ауырғазы районында «Бергәләп Еңеүгә» тигән сара үтте
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас