Рух
+14 °С
Облачно
Новости
10 Сентября , 04:36

Ауырғазы районында үҙәк район моделле китапханаһы тантаналы асылды

7 сентябрҙә Ауырғазы районында ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға булды - масштаблы модернизациянан һуң Ғ.Ибраһимов исемендәге үҙәк район моделле китапханаһы үҙ ишектәрен асты. Хәҙер был китап һаҡлау урыны ғына түгел, ә заманса интеллектуаль һәм мәҙәни белем биреү үҙәге — уҡыу, ижад итеү, аралашыу һәм китап уҡыу менән тыныслыҡта ләззәтләнергә мөмкин булған урын.

Китапхананың дизайн-концепцияһы «Күлдәр үҙәне» тип атала: бында һәр зона тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған һәм яңы асыштарға саҡыра. Йәш тамашасылар өсөн мультстудия һәм уңайлы уйын зонаһы менән интерактив арауыҡ булдырылған — бында бала уҡый ғына түгел, ижадта ла үҙен һынап ҡарай ала. Ғаиләләр өсөн бергәләп уҡыу һәм ял итеү өсөн уңайлы мөйөштәр бар. Ветерандар һәм ирекмәндәр өсөн махсус булдырылған «Көмөш тулҡында» зонаһы айырыуса иғтибарға лайыҡ: бында патриотик комплекс һәм компьютер грамоталылығы нигеҙҙәрен үҙләштереү өсөн IT зона урынлашҡан.

Китапханала һәр кем үҙенә шөғөл таба ала: һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ихтыяждары иҫәпкә алынған, ә заманса ҡорамалдар һәм уйлап планлаштырылған зоналар унда булыуҙы уңайлы һәм күңелле итә.

Асыу тантанаһы видеоконференция режимында Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһенең тура эфирында үтә. Яңыртылған китапхана эшенә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Ул тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм бындай арауыҡтарҙың төп бурысы — китап уҡырға мәжбүр итеү түгел, ә китаптарға ихлас ҡыҙыҡһыныу уятыу, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Өлкәндәр баланы китапты нисек ҡулға алырға мәжбүр итеү тураһында һорағас, мин, бер нисек тә, тип яуап бирәм. Мәжбүр итергә ярамай, ә бына дәртләндерергә, ҡыҙыҡһындырырға мөмкин һәм кәрәк. Һәм беҙ бының менән дәүләт кимәлендә шөғөлләнәбеҙ», — тип билдәләне Радий Фәрит улы.

Райондың китап һөйөүселәре был көндө китапхана менән танышты, уның ысынлап та матур, уңайлы итеп үҙгәреүен баһаланы. «Зәңгәр шишмә» әҙәби берекмәһе ағзалары үҙ әҫәрҙәрен был сараға бағышланы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йылы сығыштары, «Экос» өлгөлө театр студияһының йәш артистары тамаша күрһәтте. Был ваҡиға уңайынан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов, район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. 

 «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында китапхананы үҙгәртеп ҡороу мөмкин булды. Район халҡы республика Башлығына, Хөкүмәткә һәм Мәҙәниәт министрлығына ауылдың мәҙәни тормошона иғтибар иткәне, үҫеш һәм ял өсөн заманса шарттар булдырғаны өсөн ихлас рәхмәтле. Яңы китапхана - ул стеналар һәм китаптар ғына түгел, ул быуындарҙы берләштергән һәм һәр кем өсөн белем донъяһына ишек асҡан мөмкинлектәр арауығы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас