

Майҙанға барған саҡта төбәк етәксеһе Абхазия Президентына 2022 йылдың 11 октябрендә Республика көнөндә асылған мемориаль комплекс концепцияһы тураһында һөйләне. Скульптура композицияһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына, уның атаҡлы атлыларына һәм Ватанды һаҡлаусыларға арналған. Һәйкәлдең авторы - скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
Билдәләп үтәйек, республика Президенты Бадра Гунба етәкселегендәге Абхазия делегацияһы Башҡортостанға эш сәфәре менән килде. Программала - бер нисә сәнәғәт һәм мәғариф объекттарына барыу, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тикшереү.
Сығанаҡ: сайт главы РБ.