Рух
+20 °С
Облачно
Новости
6 Сентября , 13:45

«Геовызов» форумында ҡатнашыусылар көндәрен радиометрияғв арнаны

Һынауҙа һәр команданан икешәр кеше ҡатнаша: урында аномалияны асыҡларға, үлсәүҙәр үткәрергә, камераль иҫәпләүҙәр башҡарырға һәм схема менән отчет төҙөргә кәрәк була.

«Студенттарыбыҙҙың баҫыу эшен дә, камерал эшкәртеүҙе лә ышаныслы башҡарыуҙарын күреү бик ҡыуаныслы — был ғорурланырлыҡ өлгөргәнлек, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың экология министры Нияз Фазылов. - Программа бай булды, һәм һәр кем баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланы. Балаларға энергияһы, ҡыйыулығы һәм геологияға ихлас һөйөүе өсөн айырым рәхмәт. Һәм остаздарға сабырлыҡ, аҡыл һәм ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, унһыҙ бындай еңеүҙәр мөмкин түгел».

Шулай уҡ студенттар өсөн Sherpa заманса электрон геологик документация программаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелә, уның менән планшет йәки смартфон экранында эшләргә мөмкин. Ҡатнашыусылар цифрлы технологияларҙы ҡыҙыҡһынып үҙләштерә.

Дүшәмбе, 7 сентябрҙә, йомғаҡлау ярышы - «Ялан туҡталышы». Артабан Башҡортостан буйлап экскурсиялар һәм «Геройҙар ярышы» ойошторола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «ГеоВызов» IV халыҡ-ара геология чемпионаты республикала 28 августан 9 сентябргә тиклем үтә. Ул Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм 13 сит ил командаһын берләштерә.

Сара «Экологик именлек» милли проекты ярҙамында башҡарыыла.

Фото Андрея Старостина.

Автор:
Читайте нас