

Совет ғәскәрҙәре 22 көн эсендә япон ҡораллы көстәренең һайлап алынған частарын тар-мар итә. 1945 йылдың 2 сентябрендә Японияның бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһында актҡа ҡул ҡуйыла.
Икенсе көндө Советтар Союзы Генералиссимусының Юғары баш командующийы Иосиф Сталиндың Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре һәм Хәрби-Диңгеҙ Флоты буйынса бойороғо баҫылып сыға:
«1945 йылдың 2 сентябрендә Токиола Япония вәкилдәре япон ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһында актҡа ҡул ҡуя. Совет халҡының беҙҙең союздаштар менән берлектә һуңғы агрессорға – япон империализмына ҡаршы һуғышы еңеү менән тамамлана, Япония тар – мар ителә һәм капитуляциялана.
... 3 сентябрҙә, 21 сәғәттә, Тыуған илебеҙҙең Баш ҡалаһы Мәскәү Тыуған иле исеменән Ҡыҙыл Армияның батыр ғәскәрҙәренә, был еңеүҙе яулаған Хәрби-Диңгеҙ флоты частарына, өс йөҙ егерме дүрт орудиенан торған егерме дүрт артиллерия залпы менән салют бирә.
Ватаныбыҙҙың намыҫы һәм еңеүе өсөн һуғышта һәләк булған геройҙарға мәңгелек дан! Ҡыҙыл Армиябыҙ Һәм Хәрби-диңгеҙ флоты йәшәһен!»
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1945 йылдың 8 авгусында кис Советтар Союзы хөкүмәте Японияға һуғыш иғлан итеүгә бәйле белдереү баҫтырып сығарҙы. Гитлер Германияһын тар-мар иткәндән һәм капитуляциялағандан һуң Япония һуғышты дауам итеү яҡлы була һәм АҠШ, Бөйөк Британия һәм Ҡытайҙың 1945 йылдың 26 июлендәге япон ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһындағы талабын кире ҡаға.
Шуға бәйле союздаштар совет хөкүмәтенә һуғыш тамамланыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн япон агрессияһына ҡаршы һуғышҡа ҡушылырға тәҡдим итә. Совет хөкүмәте тәҡдимде ҡабул итә.
1945 йылдың 9 авгусында таң менән совет ғәскәрҙәре Маньчжурияла һәм Төньяҡ Кореяла һөжүмгә күсә, 11 августа Көньяҡ Сахалин операцияһы башлана, бер аҙнанан совет десанты Курил утрауҙарына төшә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Совет ғәскәрҙәренең Квантун армияһын (Икенсе донъя һуғышы йылдарында Көнсығыш Азияла Япония Император армияһының хәрби төркөмө) тар – мар итеүе япон империализмының төп көсө союздаш халыҡтарҙы япон милитаристары тарафынан бактериологик ҡорал ҡулланыуҙан ҡотҡара.
Һуңынан Квантун армияһының элекке баш командующийы генерал Отодзо Ямада хәбәр итеүенсә: «Әгәр Советтар Союзы Японияға ҡаршы сыҡмаһа, бактериологик ҡорал АҠШ-ҡа, Англияға һәм башҡа дәүләттәргә ҡаршы ҡулланылыр ине. Совет Армияһының Маньчжурияның төпкөлөнә тиҙ үтеп инеүе беҙҙе уны ҡулланыу мөмкинлегенән мәхрүм итте».
Әммә Япония капитуляция иғлан иткәндән һуң да СССР Ҡораллы көстәренә айырым япон гарнизондары һәм таулы-тайга ерҙәренә киткән отрядтар менән оҙаҡ ваҡыт хәрби хәрәкәттәр алып барырға тура килә.
Рәсемдә: япон подразделениеһын ҡоралһыҙландырыу
Фото: с сайта museum.rosguard.gov.ru.