Рух
+12 °С
Облачно
Новости
3 Сентября , 04:42

Башҡортостанда «ГеоВызов» халыҡ-ара чемпионаты старт алды

«Патриот» хәрби-патриотик лагеры базаһында IV Халыҡ-ара геологик чемпионатҡа старт бирелде. Сара «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Беренсе ярыштар көнө камера дисциплиналарына арнала һәм лагерҙың төп корпусы стеналарында үтә.

Башҡортостанда «ГеоВызов» халыҡ-ара чемпионаты старт алдыБашҡортостанда «ГеоВызов» халыҡ-ара чемпионаты старт алды
Башҡортостанда «ГеоВызов» халыҡ-ара чемпионаты старт алды

Ҡатнашыусыларға ике йүнәлештә белем күрһәтергә тура килде: «Минералогия һәм петрография» һәм «Нефть һәм газ».

«Минералогия һәм петрография» дисциплинаһында һәр команданан бер вәкил сығыш яһай. Уның бурысы - осраҡлы бирелгән өлгөләр буйынса минералдарҙы һәм тау тоҡомдарын билдәләү, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм составын һүрәтләү.

«Нефть һәм газ» дисциплинаһында ярыштар парҙарҙа үтә. Бындай формат профессиональ компетенцияларҙы ғына түгел, ә ялан шарттарында бик мөһим булған команда эше күнекмәләрен дә баһаларға мөмкинлек бирә. Ҡатнашыусыларға скважиналарҙы геофизик тикшереү мәғлүмәттәрен интерпретациялау, ҡатламды асыу тәрәнлеген һәм һыу-нефть менән бәйләнеш кимәлен билдәләү, шулай уҡ структур карта төҙөү бурысы ҡуйыла.

- Ҡатнашыусылар алдында торған бурыстар уларға яҡшы таныш: задание - былтырғының камиллаштырылған версияһы, уларҙың әҙерлек кимәлен иҫәпкә алып яраҡлаштырылған. Алдан кәңәшләшкәндә беҙ бөтә ҡатмарлы мәлдәрҙе ентекләп тикшерҙек һәм килеп тыуған һорауҙарға тулы яуап бирҙек. Әлеге ваҡытта балаларҙа ҡыйынлыҡтар тыумай, улар һөҙөмтәле эшләй һәм максималь һөҙөмтәләр күрһәтергә тырыша, - тип билдәләне чемпионат судьяһы Денис Широков.

Камера дисциплиналары буйынса сығыштар һөҙөмтәләре судьяларҙың баһаларын эшкәрткәндән һуң алдағы көндәрҙә билдәле буласаҡ. Иртәгә үк ҡатнашыусыларҙы яңы этап - ялан шарттарында ярыштар көтә, тип билдәләнеләр Башҡортостандың экология министрлығында.

Фото Андрей Старостин.

Автор:
Читайте нас