

Төрлө сервистарҙың йәки дәүләт ойошмаларының техник ярҙамынан хәбәрҙәр булып маскировкаланған мессенджерҙарҙағы фишинг рассылкалары
Енәйәтселәр шикле әүҙемлек, финанс йөкләмәләре йәки иҫәп яҙмаһын блокировкалауҙан ҡасыу өсөн уны ашығыс раҫлау кәрәклеге тураһында хәбәрҙәр ебәрә. Бындай хәбәрҙәр килмәһен өсөн:
- төркөмдәргә һәм каналдарға һеҙҙең бәйләнештәрҙән башҡа бөтә ҡулланыусыларға өҫтәүҙе тыйыу;
- телефон номерын сит кешеләрҙән йәшерергә;
- телефон номеры буйынса иҫәп яҙмаһы эҙләү мөмкинлеген сикләү;
- таныш булмаған номерҙарға һеҙгә хәбәрҙәр ебәреүҙе тыйыу.
Сығанаҡ: мах-канал Киберполиции России