Рух
+29 °С
Облачно
Новости
29 Августа , 04:00

Башҡортостанда туризм өлкәһендә 500-ҙән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк

VIII «Урал Аръяғы-2026» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә туризм өлкәһендә дөйөм инвестициялар күләме 25 миллиард һумдан ашыу булған 5 килешеү төҙөлдө. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу республиканың туристик инфраструктураһын үҫтереүгә һәм туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк, был «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ»милли проектының бурыстарына яуап бирә.

Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырғанда инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында өс килешеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Тау һулышы инвестиция компанияһы» ЯСЙ-е  ынйыһы» күп функциялы курортын булдырыуҙы үҙ эсенә ала, инвестициялар суммаһы 7,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө килешеү ат спорты базаһы менән «Йүрүҙән рухы» эко-мәҙәни үҙәген булдырыуға ҡағыла, инвестицияларҙың дөйөм суммаһы-3 миллиард һумдан ашыу. Комплекс ат ярыштарын үткәрергә, туризмды һәм төбәктең этномәҙәни мираҫын популярлаштырыуҙы хупларға мөмкинлек бирәсәк.

Өҫтәмә рәүештә Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы линияһы буйынса инвестиция ниәттәре тураһында ике килешеү төҙөлдө. Беренсекилешеү «ҮҘӘН ТУР» ЯСЙ генераль директоры Рөстәм Ғәйетбаев менән төҙөлгән — документ Бөрйән районында 43 миллион һумлыҡ инвестиция күләме менән «Үҙән» туристик базаһын төҙөү» проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Шишмә районында «Сосны» туристик комплексын төҙөүгә «Вектор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле менән тағы ла бер килешеү төҙөлгән, инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 40 миллион һум тәшкил итә.

Автор:
Читайте нас