Рух
+15 °С
Облачно
Новости
26 Августа , 05:42

Луганск уҡыусылары вуз-ара кампуста Башҡортостан фәне менән танышты

Луганск Халыҡ Республикаһынан йөҙ өлкән класс уҡыусыһы һәм уларҙың остаздары, «Университет сменалары» белем биреү-туристик проектында ҡатнашып, Евразия фәнни белем биреү үҙәге - юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында булды, унда республика ғалимдарының алдынғы эшләнмәләре менән танышты.    

Луганск уҡыусылары вуз-ара кампуста Башҡортостан фәне менән таныштыЛуганск уҡыусылары вуз-ара кампуста Башҡортостан фәне менән танышты
Луганск уҡыусылары вуз-ара кампуста Башҡортостан фәне менән танышты

 

Кроме того, участники смены познакомились с культурой Востока в Центре китайского языка и культуры УУНиТ.

Председатель Госкомитета РБ по науке и высшему образованию Светлана Мустафина отметила особую миссию этих встреч:

— «Университетские смены» — это возможность показать школьникам, что наука в Башкирии живая, открытая и доступная. Когда ребята видят лаборатории, где создают графен или проектируют одежду на цифровых двойниках, их представление о будущем кардинально меняется. И тот факт, что многие уже сейчас задумываются о поступлении в наши вузы — это главная награда за наш труд.

Луганск балалары өсөн кампус буйлап экскурсия ысын мәғәнәһендә юғары технологиялар донъяһына инеү булды. Уларға башҡорт фәненең абстракт формулалар түгел, ә әле өйрәнелә башлаған реаль инновациялар булыуын күрһәттеләр, тип һөйләнеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Махсус лабораторияларға йөрөү ҡунаҡтарҙа айырыуса ҙур һоҡланыу уятты. «Берлога» киберфизик инновациялар оҫтаханаһында юғары класс уҡыусылары студенттарҙың программалауҙы, электрониканы һәм пилотһыҙ системалар менән идара итеүҙе нисек үҙләштергәнен белде. Һуңынан улар ӨДНТУ-ның «Кибер-ателье»һында булды -һанлы фабрикаларҙың прототибы, унда кейем проектлау процестары виртуаль мөхиттә кешенең һанлы игеҙәге нигеҙендә бара, ә робототехника изделиелар эшләүҙә ярҙам итә.

Экскурсия углерод технологиялары һәм спектроскопия лабораторияһында тамамланды, унда балаларға Өфө ғалимдарының уңыштары - турбострат графендың плазмохимик синтезы хаҡында һөйләнеләр. Был материал яҡшыртылған ныҡлы композиттар төҙөү өсөн яңы офоҡтар аса.

Бынан тыш, сменала ҡатнашыусылар Өфө фән һәм технологиялар университетының Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәгендә Көнсығыш мәҙәниәте менән таныша.

Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина был осрашыуҙарҙың айырым миссияһын билдәләне:

«Университет сменалары»- ул уҡыусыларға Башҡортостанда фәндең тере, асыҡ  булыуын күрһәтеү мөмкинлеге. Балалар графенды эшләгән йәки цифрлы дубликаттарҙа кейем проектлаған лабораторияларҙы күргәс, уларҙың киләсәк тураһында күҙаллауҙары ҡырҡа үҙгәрә. Һәм күптәрҙең әле үк юғары уҡыу йорттарына инеү тураһында уйланыуы — беҙҙең хеҙмәт өсөн төп бүләк.

Автор:
Читайте нас