Рух
+25 °С
Облачно
Новости
24 Августа , 16:25

Радий Хәбиров Башҡортостандың киноиндустрияһын үҫтереүгә аҡса һалырға ҡушты

Башҡортостан башлығы хөкүмәттең Республика менән идара итеү үҙәгендә оператив кәңәшмә барышында 2027 йылға кинематографты үҫтереүгә 20 миллион һум самаһы аҡса һалырға ҡушты.

Радий Хәбиров Башҡортостандың киноиндустрияһын үҫтереүгә аҡса һалырға ҡуштыРадий Хәбиров Башҡортостандың киноиндустрияһын үҫтереүгә аҡса һалырға ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостандың киноиндустрияһын үҫтереүгә аҡса һалырға ҡушты

- Был процесты туҡтатмаҫ өсөн аҡса залогҡа ҡуйырға кәрәк. Фильмдар һәйбәт, уларҙы күрһәтергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

2026 ЙЫЛДЫҢ III һәм IV кварталдарында башҡорт режиссерҙарының дүрт тулы метражлы фильмын күрһәтеү планлаштырылған:  «Батырҙар ташы» ; «Фәрзәнә көнбайышҡа бара»; «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!», «Салауат тоҡомдары-  Генерал Шайморатов».

Төбәк етәксеһе «Салауат тоҡомдары» фильмын прокатлауҙы ойошторорға кәрәклеген белдерҙе. Был анимация фильмы күрһәтеүгә әҙер тиерлек. «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмы геройҙарының туранан-тура вариҫтары булған биш яугир яҙмышы аша уҡыусылар һәм улар менән бергә тамашасылар Шайморатовтың һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының батырлығына шаһит була. Был ысын батырлыҡ, ата-бабалар иҫтәлеге һәм быуындар бәйләнеше тураһында тарих, Улар Ватанды һаҡлаусылар тураһында дөрөҫлөктө һаҡлап ҡала.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас