Рух
+17 °С
Ясно
Новости
24 Августа , 16:50

Рәсәй президенты Александр Бастрыкиндың дәүләт хеҙмәтен оҙайтты

Рәсәй президенты Александр Бастрыкиндың дәүләт хеҙмәтен оҙайттыРәсәй президенты Александр Бастрыкиндың дәүләт хеҙмәтен оҙайтты
Рәсәй президенты Александр Бастрыкиндың дәүләт хеҙмәтен оҙайтты

Рәсәй президенты Владимир Путин РФ Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкинға федераль дәүләт хеҙмәте ваҡытын 2027 йылдың 27 авгусына тиклем оҙайтты. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырыу порталында баҫылған.

„2010 йылдың 28 декабрендәге 403-ФЗ һанлы Федераль закондың 30-сы статьяһының 4-се өлөшөнә ярашлы Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты тураһында Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты рәйесе Бастрыкин Александр Ивановичҡа федераль дәүләт хеҙмәте ваҡытын 2027 йылдың 27 авгусына тиклем оҙайтырға“, - тиелә документта.

Белешмә. Бастрыкин Александр Иванович - совет һәм рәсәй дәүләт эшмәкәре, юрист, юридик фәндәр докторы, профессор, РӘәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһының юстиция генералы. 2011 йылдың 15 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты рәйесе.

Источник: ИА "Башинформ".

Автор:
Читайте нас