Рух
+16 °С
Облачно
Новости
21 Августа , 04:29

Башҡортостандың 24 яҙыусыһы Рәсәй дәүләт стипендияһына лайыҡ булды

Башҡортостанда Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, шулай уҡ әҙәби, музыкаль һәм художестволы әҫәрҙәрҙең һәләтле йәш авторҙарына тапшырылған дәүләт стипендияларына эйә булған 30 мәҙәниәт эшмәкәре һәм йәш авторҙың исеме аталды.

РФ Президентының 1993 йылғы Указы менән булдырылған йыллыҡ стипендия әҙәбиәт, кинематография, дизайн, архитектура, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма, музыка, театр, цирк һәм башҡа сәнғәт төрҙәре өлкәһендә яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Кандидаттарҙы күрһәтеү конкурс нигеҙендә үткәрелә, ә Бүләкләү тураһында ҡарарҙы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ҡабул итә. Стипендия күләме 72 000 һум тәшкил итә.

Республиканың ижади интеллигенцияһының 24 вәкиле Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн дәүләт стипендияһына лайыҡ булды. Улар иҫәбендә — исемдәре Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле халыҡ шағирҙары, прозаиктар, драматургтар һәм журналистар. Бүләкләнеүселәр араһында - Лариса Абдуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ҡәҙим Аралбаев, Айгиз Баймөхәмәтов, Шулай уҡ Михаил Чванов, Юрий Горюхин, Рәшиҙә Бикмәтова һәм башҡа һүҙ оҫталары.

Бынан тыш, һәләтле йәш авторҙар өсөн дәүләт стипендиялары алты йәш әҙәбиәтсегә бирелә. Был исемлеккә Кристина Андрианова, Таңсулпан Байтимерова, Заһиҙә Мусина, Айбулат Сисанбаев, Рәзинә Урманшина һәм Дилә Хәйретдинова инде.

Башҡортостан яҙыусылар союзында билдәләүҙәренсә, бындай күләмле танылыу күп осраҡта ил етәкселеге яғынан әҙәби берләшмә ихтыяждарына иғтибар биреү арҡаһында мөмкин булды. Ойошмала Рәсәй яҙыусылар союзы етәксеһе, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединскийға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙеләр, шуның арҡаһында яҙыусының хеҙмәте илдә яңынан юғары ҡиммәткә эйә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл майҙа Владимир Мединский эш сәфәре менән Өфөгә килде, унда башҡорт әҙәбиәтселәре менән осрашты. Президент ярҙамсыһы сәфәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, Өфөнән һәр ваҡыт яҡшы кәйеф менән китеүен билдәләне. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың яҙыусыларға күрһәткән хәстәрлегенә айырыуса иғтибар йүнәлтте. Владимир Мединский Өфөгә килгәндә мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары өсөн яуаплы төбәк башлыҡтарына Башҡортостандың яҙыусылар йортона мотлаҡ инергә кәңәш итте, уны иҫке Өфөнөң ынйыһы тип кенә түгел, ә яҙыусылар берләшмәһе менән дөрөҫ эшләү өлгөһө тип тә атаны.

Фото: Яҙыусылар ойошмаһының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас