Рух
+26 °С
Облачно
Новости
16 Августа , 06:15

Башҡортостан башлығы резервуар ҡорамалдары заводын яңыртыу менән танышты

Республика етәксеһе Радий Хәбиров нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар етештереү технологияһы, шулай уҡ Күмертауҙағы предприятие продукцияһы өлгөләре менән танышты.

Башҡортостан башлығы резервуар ҡорамалдары заводын яңыртыу менән таныштыБашҡортостан башлығы резервуар ҡорамалдары заводын яңыртыу менән танышты
Башҡортостан башлығы резервуар ҡорамалдары заводын яңыртыу менән танышты

15 августа Күмертауҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «ОЙЛТИММАШ» заводының етештереү майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар етештереү технологияһы, шулай уҡ предприятие продукцияһы өлгөләре менән танышты.

2026 йылдың июнендә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә «ОЙЛТИМ» компанияһының генераль директоры Владимир Лавров Күмертауҙағы завод эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итте һәм республика башлығын предприятиеға барырға саҡырҙы. «ОЙЛТИММАШ» ЯСЙ-е элекке «Искра» машиналар эшләү заводы базаһында ойошторолған һәм 2017 йылдан «Күмертау »йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булып тора. Предприятие «Роснефть», «Газпром» һәм башҡа яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары структуралары өсөн цистерналар, резервуарҙар сығара. Ул скважиналарҙы тикшереү һәм үҙләштереү өсөн нефть, газ һәм газ конденсатын әҙерләүсе мобиль ҡоролмалар етештереүҙә ҡатнаша. Хеҙмәт коллективының һаны 400-ҙән ашыу кеше.

«ОЙЛТИМ» компанияһының генераль директоры Владимир Лавров Күмертауҙа етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү хаҡында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, предприятиены модернизациялауҙың тәүге этабы 2022 йылдың майында «Инвестиция сәғәте» ндә хупланды. Инициативаны республика булышлығында тормошҡа ашырҙылар. Заводты үҫтереүгә бөтәһе 2,3 миллиард һум самаһы инвестиция һалынған.

 Икенсе сират ҡеүәттәрҙе артабан реконструкциялауҙы күҙ уңында тота, был цистерналар һәм резервуарҙар сығарыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Проект шулай уҡ 2024 йылдың ғинуарында «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау ала. Уны 2028 йылда тамамлау планлаштырыла. Башҡортостан башлығы производство цехтарын ҡараны, сығарылған ҡорамалдарҙың характеристикалары һәм уның географияһы менән ҡыҙыҡһынды. Завод вәкилдәре аңлатыуынса, предприятие продукцияһы Сит илдәрҙә – Ҡаҙағстанда, Мысырҙа, Алжирҙа, Суданда талап ителә.

Радий Хабиров также обсудил с руководством компании актуальные задачи дальнейшего развития производства. В их числе – необходимость ремонта подъездной дороги. Глава республики поручил Минтрансу региона проработать этот вопрос и представить соответствующие предложения.

По итогам посещения предприятия руководитель региона отметил эффективную работу инвесторов, которые реализовали в Кумертау масштабный промышленный проект.

– Здесь была разбитая площадка завода «Искра». И всего за несколько лет на ней возвели современные цеха, где выпускают востребованное оборудование, – сказал Радий Хабиров. – В работе с инвесторами важно, чтобы они видели в республике надёжного партнёра, и у нас это получается.

Радий Хәбиров шулай уҡ компания етәкселеге менән производствоны артабан үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Улар иҫәбендә - подъезд юлын ремонтлау кәрәклеге. Республика башлығы төбәктең Транспорт министрлығына был мәсьәләне өйрәнергә һәм тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Предприятиеға барыу йомғаҡтары буйынса төбәк етәксеһе Күмертауҙа күләмле сәнәғәт проектын тормошҡа ашырған инвесторҙарҙың һөҙөмтәле эшләүен билдәләне.

- Бында «Искра»заводының емерелгән майҙансығы булған. Бер нисә йыл эсендә унда заманса цехтар төҙөлдө, – тине Радий Хәбиров. - Инвесторҙар менән эшләүҙә уларҙың республикала ышаныслы партнер күреүҙәре мөһим, һәм беҙ быны эшләй алабыҙ.

Фото: Башҡортостан башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас