Рух
+11 °С
Облачно
Новости
14 Августа , 04:15

«Урал аръяғы» VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы «Еңъеү иҡтисадына» арнала

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов форумға әҙерлек барышы тураһында һөйләне.

«Урал аръяғы» VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы «Еңъеү иҡтисадына» арнала«Урал аръяғы» VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы «Еңъеү иҡтисадына» арнала
«Урал аръяғы» VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы «Еңъеү иҡтисадына» арнала

- Быйыл «Урал аръяғы» эшлекле программаһы «Еңеү Иҡтисады»темаһы аҫтында үтәсәк. Был тематикаға ярашлы программа иҡтисадты үҫтереү, ресурстарҙы мобилизациялау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бизнесына һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү мәсьәләләрен берләштерәсәк. 14 августа Филармония бинаһы алдында махсус күргәҙмә зонаһы асыла. Эшҡыуарлыҡ йортонда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың башланғыстарына дәүләт ярҙамының ғәмәлдәге һәм яңы саралары инфраструктураһы күрһәтеләсәк, – тип билдәләне ул.

Бынан тыш, «Урал аръяғы-2026»ла МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бизнес-инициативаларын ҡарауға арналған секция эше планлаштырыла.

Муниципаль инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына арналған майҙансыҡ төп сараларҙың береһе буласаҡ. Унда 2025 йыл өсөн Стандартты тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһау, иң яҡшы тәжрибәләр күрһәтеү һәм еңеүселәрҙе бүләкләү планлаштырыла. Муниципаль инвестиция стандарты муниципаль командаларҙың эш сифатын бизнес өсөн шарттар булдырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү күҙлегенән баһаларға мөмкинлек бирә. Стандартты тормошҡа ашырыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса республика муниципалитеттарында бер нисә төп күрһәткестәрҙең – шул иҫәптән төп капиталға инвестицияларҙың, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың әүҙемлегенең, урындағы бюджеттарҙың үҙ сығымдарын тәьмин итеүҙең һәм инвесторҙар өсөн инфраструктураны үҫтереүҙең үҫеше билдәләнә.

Эшлекле программаның төп өлөшөн «Еңеү иҡтисады» пленар ултырышы тамамлай. Уның сиктәрендә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың үҙ бизнесын булдырыуҙа комплекслы йәлеп итеүгә һәм оҙатыуға йүнәлтелгән яңы республика программаһын презентациялау планлаштырыла. Тулыраҡ программа менән сайтта танышырға мөмкин.

Бөгөнгө көнгә «Урал аръяғы» майҙансығында 1000-дән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Ҡунаҡтар иҫәбендә - федераль һәм төбәк власть органдары, бизнес, үҫеш институттары, муниципалитеттар, мәғариф ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.

Сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүгә һәм республиканың иҡтисади бәйләнештәрен киңәйтеүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Сибайға Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Абхазия, Тажикстан, Конго Республикаһы һәм Көньяҡ Африка Республикаһы вәкилдәре килә. Рәсәй төбәктәре араһында Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән иң күп ҡатнашыусылар теркәлгән.

«Урал аръяғы-2026» форумы сиктәрендә сит ил партнерҙары менән, шул иҫәптәнНназаров планлаштырылған сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә һәм форумға әҙерлекте тулыһынса тамамларға ҡушты. Төп маҡсат үҙгәрешһеҙ ҡала – диалогты һәм килешеүҙәрҙе реаль инвестицияларға, яңы проекттарға, эш урындарына һәм территорияларҙы үҫтереүгә әйләндереү.

Фото Тимура Шарипкулова.

Автор:
Читайте нас